Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Июнь 2022, 13:25

Киләсәгегеҙ яҡты булһын!

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә сығарылыш кисәһе уҙҙы.

Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!

Бөгөн Ҡышлауйылға урта мәктәбендә сығарылыш кисәһе уҙҙы. Мәктәпте тамамлаусы биш уҡыусының ласс етәкселәре Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Вәлиева) береһе - Данил Дәүләтшин тик яҡшы билдәләргә өлгәшеп, миҙалға лайыҡ булды. ГТО билдәһе, ирекмән танытмаһы ла бар уның.

Уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен был иҫтәлекле көн менән мәктәп директоры Земфира Равиль ҡыҙы Суфиярова, ауыл биләмәһе башлығы Илфат Хәлфәт улы Ғатин, ата-әсәләр исеменән Фердинант Мөхәмәтйәнов , ветеран уҡытыусы Әмин Әнүәр улы Шәүәлиев ихлас ҡотлап, изге теләктәрен, кәңәштәрен еткерҙе.

Беҙ ҙә егет һәм ҡыҙҙарҙы ҡотлайбыҙ! Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, юлдарығыҙ йәйғор нурындағы төрлө-төрлө аллы-гөллө нурҙар менән яҡтыртылһын! Һеҙ – тормоштоң иң мөһим, иң онотолмаҫ тәүге баҫҡысы алдында. Үҙегеҙ теләгән юғары уҡыу йорттары студенттары булып, районыбыҙға кәрәкле һөнәр эйәләре булыуығыҙҙы теләйбеҙ.

Ҡатмарлы ла, оло ла тормош юлына ҡурҡмайынса, ҡаушамайынса аяҡ баҫығыҙ, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тырышлыҡ, сабырлыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын!

Наилә Имаева.

 

Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Киләсәгегеҙ яҡты булһын!
Читайте нас: