+13 °С
Болотло
Бөгөн Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Башҡортостан Хакимиәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Андрей Назаров барыһын да һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм Башҡортостан халҡы һаулығы һағында фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Балтас үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре Рәфил Муллахан улы Нәбиуллин да республика Премьер-министры ҡулынан лайыҡлы награда алды. Шулай уҡ Гүзәл Әнәс ҡыҙы Маликова ла «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ихлас күңелдән райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Гөлназ Ғәлләмова.