Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
21 Июнь 2022, 20:15

Афарин, Венера!

Яҡташыбыҙ, Әмир ауылы ҡыҙы Венера Яруллина Яҡутияла үткән «Этно-краса 2022” гүзәллек бәйгеһендә еңеү яуланы!  

Афарин, Венера!
Афарин, Венера!

 

Әмир ауылында тыуып үҫкән Венера Яруллина бөгөн тормош иптәше, Ҡариҙел районы егете менән Яҡутияла Ленск ҡалаһында йәшәй. Урындағы Башҡортостан башҡорттары менән тығыҙ бәйләнештә тороп, һәр саҡ аралашалар, бергә милли байрамдар үткәрәләр. Яҡуттарҙың милли байрамы Ысыах уңайынан “Этно-краса 2022” гүзәллек бәйгеһен иғлан иткәс, Венераны унда ҡатнашырға саҡыралар. Яҡташыбыҙ күп уйлап тоомай, риза була.Тормош иптәше лә уны ҡеүәтләп, һәр төрлө ярҙам итә. Бәйге барышында ла бергә сығыш яһай. Әйткәндәй Айнур Сәмиғуллин бала сағынан бейеү менән шөғөлләнә, шуға ла уға сәхнәлә сығыш яһау бер ни тормай!

- Бәйгелә төрлө милләттән булған ете ҡыҙ ҡатнаштыҡ. Мин башҡорт мәҙәниәтен сағылдырып сығыш яһаным. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә визитка булды. Мин Башҡортостаным, башҡорт халҡы тураһында ғорурланып һөйләнем. Икенсе тур - милли аш-һыу ине. Мин сәк-сәк бешереп, уның хаҡында һөйләнем. Ижади һәләтте күрһәтеү турында башҡорт бейеүен бейенек иптәшем менән. Иң аҙаҡта милли кейемде презентацияларға кәрәк ине. Ҡала хакимиәте минең өсөн башҡорт милли кейемен тектерҙе. Мин ошо костюмда сығыш яһаным. Бәйгенән бик бай тәьҫораттар алдым. Бөтә турҙарҙы уңышлы үтеп, 1-се урын яуланым. Бик шатмын. Онлайн тауыш биреүҙә лә гел беренсе килдем, 20 минут ҡалғас, уҙып киттеләр. Бер ҙә ҡайғырманым, киреһенсә, Башҡортостаным һәм районым халҡынан, ауылдаштарымдан шул тиклем көс-дәрт, сәм, ярҙам тойҙом. Минең өсөн тауыш биреүселәргә ҙур рәхмәт! - тип ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе Венера Нил ҡыҙы.

Алыҫ Яҡутия ерендә башҡорт рухын, мәҙәниәтен пропагандалап, ҙур эш алып барған, Башҡортостаныбыҙҙы сит ерҙәрҙә данлаған Балыҡсы ырыуы ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

 

 

 

 

 

Афарин, Венера!
Афарин, Венера!
Читайте нас: