Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Июнь 2022, 11:15

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Оло  хөрмәткә эйә хеҙмәттәшебеҙ,  Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры  урынбаҫары  Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы  Хөсәйенованы лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

 


Бөгөн “Торатау” конгресс-холында уҙған  “Медиайыйын”да  оло хөрмәткә эйә хеҙмәттәшебеҙ, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры урынбаҫары  Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы  Хөсәйенова Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡулынан дәүләт  наградаһы алды. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Миләүшә Нурмөхәмәт ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.  Асыҡ йөҙлө, ихлас күңелле, оло йөрәкле, үҙ эшенең оҫтаһы булған һәм үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы  ҙур яуаплылыҡ менән  еренә еткереп башҡарған  хеҙмәттәшебеҙҙе лайыҡлы награда менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр  теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас: