Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
1 Май 2022, 08:00

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе ысын күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт көнө менән ҡотлайбыҙ!

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

 

1 Май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды һәм булып ҡала. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. Байрам иң яҡты өмөттәрҙе, тормошто яңыртыуға ынтылышты,намыҫлы хеҙмәткә хөрмәтте үҙ эсенә ала. Тырыш, ижади, фиҙаҡәр хеҙмәт кенә беҙҙең тормошобоҙҙо мәғәнәле итә, иртәгеһе көнгә ышаныс уята.

Һәр кемебеҙ тыуған еренә, йортона бары тик изгелек һәм яҡшылыҡ, яҡындарына бәхет һәм именлек, тыуған ҡалабыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, Башҡортостандың сәскә атыуын теләй.

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, һеҙҙең йорттарығыҙға бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килһен! Еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен!

Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” район-ара гәзите коллективы.

 

Читайте нас: