Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
31 Декабрь 2021, 23:59

Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Яңы 2022 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡәҙерле дуҫтар!

Уҙып барған 2021 йыл иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар, республикабыҙҙағы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек, Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә бик күп фәһемле, мөһим һәм һөҙөмтәле саралар үткәрелде. Республика етәкселегенең ярҙамы, ойошмалар һәм халыҡтың тырышлығы менән райондар үҫеше өсөн күп эштәр башҡарылды.
Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙға киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалып, баҫмабыҙға тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйбеҙ! Алдағы йылдар тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға, шатлыҡлы һәм бәхетле минуттарға байыраҡ булһын!


“Йәнтөйәк”тәр.

Ҡәҙерле дуҫтар!
Ҡәҙерле дуҫтар!
Автор:
Читайте нас: