Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Май 2021, 09:47

“Тыуған көнөң менән, ҡәҙерлебеҙ!”

Асҡын районы Ҡашҡа ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле, иң яғымлы, иң һөйкөмлө, иң һөйөклө кешебеҙ - әсәйебеҙҙең бөгөн тыуған көнө. Яҡыныбыҙға, Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәховаға, бөгөн 50 йәш тула.

Әсәйебеҙ, Эльза Юныс ҡыҙы Әфтәхова, 1971 йылда яҙҙың матур көнөндә - 11 майҙа Ҡашҡа ауылында донъяға ауаз һалған. Һәр тыуған көнгә ҡыуанып ғүмер итеүсе ҡәҙерлебеҙ әүҙем тормош алып бара: ҡышын саңғыла шыуа, бәйләм бәйләргә ярата, яҙҙан алып көҙгә тиклем күп итеп еләк, бәшмәк, шифалы үләндәр йыя, өй, баҡсаһы гөл - сәскәгә күмелгән.
Бөгөн ул "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында эшләй. Үҙ эшен яратып башҡарған әсәйебеҙҙе коллективында ла, ауылда ла хөрмәт итәләр.
Ҡәҙерлебеҙ ауылдың мәҙәни тормошонда һәм йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Йәшлек” фольклор ансамбле ағзаһы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, оҙаҡ йылдар участка һайлау комиссияһында ла эшләй. Ауылда һәм районда үткән сараларҙа ла ҙур теләк менән ҡатнаша. Күңелендәге хис-тойғоларын шиғыр юлдарына ла һала һөйөклөбөҙ.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, иң яҡты, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, киләсәктә лә шулай ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙҙең уңыштарыбыҙға һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәтебеҙгә төрөнөп оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә!
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Эльвина, Ралина, Алһыу.
Читайте нас: