Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Март 2021, 09:26

25 МАРТ - РӘСӘЙҘӘ МӘҘӘНИӘТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨ

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ.

Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ эшсәндәре булараҡ, Һеҙ кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итәһегеҙ, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерәһегеҙ, тормошобоҙға яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәйһегеҙ.
Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән Һеҙҙең тырышлыҡ оло баһаға лайыҡ. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә һөнәрҙәренә тоғро булғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да шулай уңышлы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ!
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын!
Иң изге теләктәр менән "Йәнтөйәк" гәзите коллективы.
Читайте нас: