Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Февраль 2021, 12:08

Ғашиҡтар көнөндә тыуған сабыйға теләктәр

Танылған йырсы Гүзәл Уразованың дүртенсегә бәпесе – ҡыҙы тыуыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Бәхетле әсәй менән сабый дауахананан уларҙы ашҡынып көткән яҡындары янына ҡайтҡан. Ошо шатлыҡлы ваҡиға айҡанлы йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөпесенә изге теләктәрен, наҙлы хистәрен еткергән.

“Ҡыҙым, наҙым, йондоҙом! Нурлы, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә! Шуны бел: һин бәхетле, мөхәббәтле ғаиләлә тыуҙың. Шуға күрәлер ҙә үҙең дә мөхәббәт көнөндә беҙҙе һөйөндөрөп донъяға килдең. Минең бөгөнгө бәхетемде һин дә минең кеүек Әсәй булғас, аңларһың. Иншаллаһ!” – тип яҙҙы ул.
Гүзәл Уразованың ҙур, татыу ғаиләһенә именлек, бәләкәскә һәм әсәгә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Фото: Г. Уразованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: