Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Ғинуар 2021, 12:25

Ҡотлайбыҙ! Бәхетле, имен көндәр теләйбеҙ!

Бөгөн, һалҡын ҡыштың матур бер көнөндә, Олойылға ауылында йәшәүсе хөрмәтле хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле атай һәм олатай Сәлихйән Махат улы Махатов үҙенең 85 йәшлек оло юбилейын билдәләй.

Сәлихйән Махат улы күптәргә өлгө булырлыҡ матур ғүмер юлы үткән. Тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте, төплө аҡыллы, ярҙамсыл, киң күңелле булыуы менән ауылдаштарының оло ихтирамын яулаған. Хәтимә Аллаяр ҡыҙы менән өс улға ғүмер һәм күркәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Донъя мәшәҡәттәрен тигеҙ бүлешеп, һәр ваҡыт бер-береһенә терәк, кәңәшсе булып, татыу ғүмер итәләр. Май айында был күркәм парҙың ғаилә ҡороуына 60 йыл тула. Бөгөн бәхетле өләсәй менән олатай биш ейән-ейәнсәренең уңыштарына, ике бүләһенең үҫеп килеүенә һөйөнөп ғүмер кисерә, ҡайтҡан һайын тәмле аштары, асыҡ йөҙҙәре менән ҡаршы ала, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, ҡош-ҡорт, һарыҡтар ҡарайҙар.
Атай булған өйҙөң нигеҙе ныҡ, табыны һәр саҡ түңәрәк була. Сәлихйән Махат улы кеүек сабыр холоҡло, саф күңелле, миһербанлы атайҙар күптәргә өлгө был донъяла. Хөрмәтле юбилярҙы оло ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ, имен, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай көндәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә Хәтимә Аллаяр ҡыҙы менән бер-берегеҙҙең хәстәрен, күңел йылыһын тойоп, тыныслыҡта, һаулыҡта, муллыҡта, балаларығыҙҙың игелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп йәшәргә насип булһын.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: