Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Декабрь 2020, 14:29

Гәзиткә яҙылыусылар бүләкле булды!

Бөгөн, 22 декабрҙә, Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакциябыҙға ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды.

Бөгөн, 22 декабрҙә, Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакциябыҙға ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды.
Асҡын районы буйынса барыһы 69 квитанция ебәрҙеләр. Бүләк уйнатыу, коронавирус эпидемияһына бәйле, онлайн форматта үткәрелде. Редакцияға килеүсе гәзит уҡыусыбыҙ Гөлназ — бүләк һайларға, ә Миңниса апай бүләктең эйәһен билдәләргә ярҙам итте.
Материалға беркетелгән видеояҙманы ҡарап, бүләктәрҙең кемдәргә сыҡҡанын белә алаһығыҙ.
“Йәнтөйәк” менән бергә ҡалыусы дуҫтарыбыҙға рәхмәт белдерәбеҙ, бүләк алып ҡыуанғандарҙы ҡотлайбыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килеүсе Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Наилә Имаева.
Читайте нас: