Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Июнь 2020, 10:55

Хөрмәтле ватандаштар, милләттәштәр!

Һеҙҙе ысын күңелдән Рәсәй көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Рәсәй көнө — ватансылыҡты, хеҙмәттәге, йәмғиәттәге берҙәмлекте һәм татыулыҡты, иҡтисади һәм рухи яңырышты кәүҙәләндереүсе байрам. Рәсәй бөтә донъяға танылған ҙур потенциалы булған дәүләт, ә Башҡортостан — уның бер мөһим өлөшө. Беҙ илебеҙ, уның тарихы менән ғорурланабыҙ, дәүләтебеҙҙең лайыҡлы киләсәгенә ышанабыҙ.
Һәр быуын ил тарихына үҙ биттәрен яҙа, үҙенең изге, яҡшы эш-ғәмәлдәре менән инеп ҡала. Илебеҙҙең оло тарихы ла һәр төбәк, һәр район, һәр ауыл һәм һәр ғаиләнең кес кенә тарихынан туплана. Беҙҙең быуын яҙған биттәр ҙә матур башланғыстар, ҙур ҡаҙаныштар, яңынан-яңы уңыштар менән билдәләнһен ине.
Ҡәҙерле дуҫтар! Һәммәгеҙгә лә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған көндәр, яҡты уй-хыялдарығыҙҙың, маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Күктәребеҙ һәр ваҡыт тыныс, донъяларыбыҙ имен булһын!


“Йәнтөйәк”тәр.

Читайте нас: