Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, имен көндәр, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ! Ер йөҙөндә һәр бәпес ата-әсәле, бәхетле булһын, тыныслыҡта йәшәһен!
Бала саҡты йырға-моңға һалып
Иң-иң гүзәл йырҙар йырланым.
Күңелемдә яҙҙың шат тауышы
Бер мөғжизә булып сыңланы.
Эй бала саҡ - яҙғы наҙлы сәскә
Ғүмер тигән гүзәл туғайҙа.
Ҡырау һуҡмаһын һис яҙ сәскәһен,
Гөл ғүмере ҡыҫҡа былай ҙа.
Зәңгәр күктә, һабантурғай уйнап,
Тыуған ҡырҙарыма нур өҫтәй.
Бала сағым күңелем донъяһында
Мәңге балҡыр алтын-көмөштәй.
Йырҙарымда йәшәй серҙәргә бай
Мөғжизәле бала саҡтарым.
Ғүмеремдең шаулы шул миҙгелен
Һаҡлай һаман тыуған яҡтарым.