Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Ҡотлайбыҙ!
13 Января 2020, 07:03

Яңы йылды — яңы фатирҙарҙа!

Иҫке Балтас ауылының Якутов урамындағы авария хәлендәге 16-сы йортта йәшәгән 18 ғаиләгә яңы төҙөлгән өйҙәрҙәге фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды. Декабрҙең иң һөйөнөслө ваҡиғаларының береһендә Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов ҡатнашты.

Ғаиләләрҙе күсереү өсөн йорттар Гагарин урамында төҙөлдө. Эштәр “Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү” федераль программаһы буйынса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шәхси эшҡыуарҙар — генераль подрядсы Марат Хәйруллин һәм субподрядсы Илшат Ғәлләмшин тарафынан башҡарылды. Артем Васильевич сығышында район хакимиәтенең был проблемаға ҙур иғтибар биреүен һәм шуның һөҙөмтәһендә эштең тиҙ ойошторолоуын билдәләне, бәхетле хужаларҙы тормоштарындағы ҙур ваҡиға менән ҡотланы. Район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Иҫке Балтас ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Шәймөхәмәтов, эшҡыуар Илшат Ғәлләмшин яңы фатирҙарға эйә булған балтастарға изге теләктәрен еткерҙе.
Өйҙәр газ-бетон плитәләрҙән төҙөлгән, профнастил менән тышланған. Фатирҙар бер, ике, өс бүлмәле, майҙандары 30-60 квадрат метр. Шуныһы һөйөнөслө, бирегә күскән һәр ғаилә элекке фатирҙарына ҡарағанда ҙурыраҡ торлаҡҡа эйә булды. Йәшәү өсөн бирелә бар шарттар ҙа булдырылған.

Ғәзим Талипов фотоһы.
Автор; Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Балтас районы.
Читайте нас