Һуғыш йылдарында аслыҡ-яланғаслыҡты кисергән, ауыр эштә сыныҡҡан тыл һәм хеҙмәт ветеранына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хатын ҡаланың һәм райондың ветерандар советы рәйесе Анатолий Трапезников тапшырҙы.
— «Мәскәү. Кремль» тигән кире адрес менән хат алыу беҙҙең быуын өсөн ҙур мәртәбә, ил башлығының иғтибары беҙҙең өсөн ҡиммәт. Һуғыштың ҡот осҡос ваҡиғаларын онотоп, туғандарға шатланып йәшәргә ине, – ти Мулланур Ислам улы.
Район хакимиәте лә хөрмәтле ветеранға бүләк әҙерләгәйне.
Үҙенең 90 йәшен Мулланур Ислам улы ғаиләһе менән ҡаршылай. Һигеҙ бала төрлө һөнәр эйәләре: табиптар, юристар, педагогтар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Ҡыҙғанысҡа күрә, тормош иптәше Миңлезәкиә Миңлемөхәмәт ҡыҙы баҡый донъяға күскән. Улар бер-береһенә терәк-таяныс булып ғүмер итеп, тормош ауырлығын бергә үткән. Ғаилә уның тураһында яҡты һәм матур хәтирәләр һаҡлай. Мулланур Ислам улының иң ҙур байлығы — 16 ейән-ейәнсәр һәм 16 бүлә-бүләсәре.
Мулланур Исхаҡов һуғышты үҫмер егет булып ҡаршылай. Колхозда төрлө эштәр башҡара. 1948 йылда хеҙмәткә алына, Көнбайыш Белорусияла дүрт йыл хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң хеҙмәт юлын колхозда дауам итә. Хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – бригадир-хисапсы. Һуңыраҡ магазин менән идара итә. Ул ваҡытта ауылда абруйлы вазифа була был.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте тигәндәй, ил башлығынан Ҡотлау хаты алған, яҡындарының ихтирамын ҡаҙанған бәхетле юбилярҙың йөҙгә еткәндә лә ошолай ныҡлы рухлы, сәләмәт булып ҡалыуын, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәүен теләйбеҙ.