Яңы йыл – көтөп алынған байрам. Ул – өмөттәр һәм яҡшы кәйеф, уҙған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау һәм киләсәккә пландар ҡороу ваҡыты.
“Йәнтөйәк” гәзите лә һеҙҙең менән бергә Яңы йылды ҙур өмөттәр бағлап ҡаршылай. Йыл дауамында “Йәнтөйәк” һеҙҙең менән бергә булды, һабантуйҙармы, шәжәрә байрамдарымы, төрлө форумдар, спорт ярыштарымы – улар барыһы ла гәзит биттәрендә яҡтыртылып, иҫтәлекле саралар тарихҡа инде.
2019 йыл әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Иң мөһимдәре булып республикабыҙ ойошторолоуға һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап үткәрелгән байрам саралары һәм 14 декабрҙе — Башҡорт теле көнө, ә 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Указдары тора.
Милләтебеҙ алдындағы ҙур бурыстарҙы, башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, уны пропагандалауға йүнәлтелгән ғәмәлдәребеҙҙе, изге ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға насип булһын.
Хөрмәтле дуҫтар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләйбеҙ. Байрамыбыҙ мөбәрәк, ризыҡ тулы өҫтәлегеҙ түңәрәк, эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын, йөҙөгөҙҙө мәрхәмәтлек нуры биҙәһен. Ғаилә усағы гел балҡып торһон. Донъялар имен булһын. Һеҙгә киләһе йылдың һәр көнө ҡыуаныстар ғына килтерһен!