Бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Дилә Булат ҡыҙы “Асҡыным-йәнтөйәгем” гәзитендә хәбәрсе булып та эшләп киткәйне. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул үҙен йомарт телле, һүҙ ҡәҙерен белгән, үҙенсәлекле фекерле, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булған журналист итеп күрһәткәйне. Матурлыҡҡа ғашиҡ, әҙәбиәтте, йыр-моңдо яратҡан Дилә апай сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, кешеләргә ихтирамлы һәм иғтибарлы булыуы менән һоҡландырҙы.
Береһенән-береһе һылыу дүрт ҡыҙға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, тормош юлына сығарҙы. Бөгөн инде ул һөйөклө һәм хәстәрлекле өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана.
Дилә Булат ҡыҙына аяҙ күк йөҙө, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңолай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Киләсәк көндәре өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағы шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларының һәм яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙен сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә һеҙгә бүләк итәhе.
Донъялағы матур hүҙҙәрҙең дә
Иң йылыhын килә әйтәhе.
Сәләмәтлек ташламаhын ине,
Һәр юбилей үтhен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булhын hеҙгә тормошта.
Иң изге теләктәр менән «Йәнтөйәк» район-ара гәзите коллективы.