Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Ноябрь 2019, 17:05

Ҡәҙерле әсәйҙәр, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе иң гүзәл байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйҙәрҙең сикһеҙ һөйөүенең, һиҙгер күңеленең һәм хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ һәм уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Был матур байрам ғәзиз әсәйҙәребеҙ алдында баш эйеү, уның изгелегенә, хәстәрлекле ҡулдарына мәҙхиә йырлау өсөн иң уңайлы сәбәп.

Һөйөклө әсәйҙәр! Һеҙгә балаларығыҙҙың тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Үҫеп етеп, улар һеҙгә үҙегеҙҙән алған изгелек һәм наҙ менән генә яуап бирһен. Йорттарығыҙ һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу, именлек, муллыҡ һәм бәхеттән балҡып торһон!
“Йәнтөйәк”тәр.
Читайте нас: