Әсәйебеҙ, беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Һин беҙгә, дүрт ҡыҙыңа һәм улыңа, яҡшы тәрбиә бирергә, уҡытырға, кеше итергә тырышаһың. Ҡулыңдан килмәгән эшең юҡ үҙеңдең, беҙҙе лә хеҙмәт һөйөргә өйрәтәһең. Кешеләргә ярҙамсылһың, асыҡ йөҙлө, киң күңеллеһең. Киләсәктә лә шулай көслө рухлы, әүҙем, йәш, матур, бәхетле һәм һау-сәләмәт бул!