Йәнтөйәк
+4 °С
Ясно
Антитеррор
Ҡотлайбыҙ!
20 Ноября 2019, 08:12

Әсәй, һин — изгелек усағы!

Ҡаракүл ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ Фәйзүнә Нурулла ҡыҙы Ғаянованы Әсәләр көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Тормошобоҙ һин булғанға ғына йәмле, яҡты, тулы, шатлыҡлы һәм бәхетле. Һинең изге күңелең, оло йөрәгең барлыҡ яҡшы сифаттарҙы һыйҙырған. Һәр кемгә һин ярҙамсыл, асыҡ йөҙлө, мөләйем.

Әсәйебеҙ! Килер көндәрең шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торһон, һау-сәләмәт, көслө рухлы, бәхетле бул!
Балаларың исеменән ҡыҙың Әнисә.
Читайте нас