Ул Асҡын Балалар сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә педагог булып эшләй. Беҙгә өс балаға ғүмер бүләк итеп, наҙ-һөйөүҙә үҫтерә. Ул бар эшкә лә оҫта, талантлы гүзәл зат. Нимәгә генә тотонһа ла, уны бына тигән итеп башҡарып ҡуя. Матурлыҡҡа ғашиҡ әсәйебеҙ баҡсабыҙҙа күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтерә. Уның тылсымлы ҡулдары тейгән һәр ерҙә гүзәллек тыуа.
Йәнем тула минең наҙҙарға.
Бүләк иткән өсөн яҙҙарҙа.
Күңел ҡылдарымды сирткәнһең.
Был донъяға ғашиҡ иткәнһең.
Биргәнһең һин миңә ғүмергә.
Мәңге-мәңге йәшә был ерҙә.
Һиңә иң изге теләктәр юллап бар балаларың исеменән улың Илмир.