Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Ноябрь 2019, 19:05

Мәғарифҡа бағышланған ғүмер

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә 42 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған хеҙмәт ветераны, әүҙем йәмәғәтсе Зөлфәҡәр Имаметдин улы Ғафуръяновтың 70 йәшлек юбилейын билдәләнеләр.

Ауыл һәм районыбыҙҙың мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәүсе Зөлфәҡәр ағайҙы район хакимиәте башлығы Ришат Дихин, Иҫке Ҡаҙансы, Мутабаш, Ҡышлауйылға ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм мәҙәниәт усаҡтары етәкселәре, туғандары, ауылдаштары, дуҫтары тәбрикләне.
Сара нәфис һүҙ, йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: