Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Ноябрь 2019, 16:40

Зыятдиновтар ғаиләһе лә таныҡлыҡ алды

Күп балалы ғаиләләргә сауҙа-ял итеү үҙәктәренә, музейҙарға, театрҙарға ташламалар бирә торған документ Асҡын ауылында ла бирелә башланы. Уны Гөлфиә һәм Ришат Зыятдиновтар ғаиләһе лә алды.

Зыятдиновтар ғаиләһе өс бала тәрбиәләй. Оло улдары Камил Асҡын 1-се урта мәктәбенең 5В класында уҡый, Самирға 4 йәш тула, ә ҡыҙҙары — күҙ нурҙары Зәйнәпкә әле 4 ай ғына. Ришат — Шишмә-Үрәкәй, ә Гөлфиә Яубүләк ауылында тыуып үҫкән. Уларҙың ғаилә ҡороуына 12 йыл. Йәштәр Асҡында ер һатып алып, унда ҙур, матур, барлыҡ уңайлыҡтары булған ике ҡатлы өй төҙөп сыҡты.
— Танытманы алыу өсөн күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт иттек. Документтар йыйыу ҡыйынлыҡтар тыуҙырманы. Тиҙ арала эшләп бирҙеләр. Башҡа төбәктә йәшәгән туғандарымдан был документ менән файҙаланыуҙары тураһында ишеткәнем бар ине. Беҙгә лә файҙаһы булыр, тип уйлайым, — ти Гөлфиә Зыятдинова.
Күп балалы ғаиләләргә республикабыҙҙа төрлө ташламалар ҡаралған. Бына күптән түгел шәхси торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн 60-100 мең һумлыҡ сертификат биреү тураһында яңылыҡ та донъя күрҙе. Быны ишеткәс Зыятдиновтарҙың да шатлығының сиге булманы. Әлегә улар йәшәгән яңы микрорайонда юл да юҡ, газ да үткәрелмәгән. Алдағы йылдарҙа уларға ла юллы ла, газлы ла булып, балаларын иҫән-һау үҫтереп, хөкүмәт биргән ташламаларҙан файҙаланырға яҙһын.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: