Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Ноябрь 2019, 16:49

Ҡәҙерле кешебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Асҡын районы Ҡаракүл ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Тәлғәт Ғәлишан улы Ғаяновты 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме — алдағы ғүмер йылдарыңда тормош юлдарын именлектә, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә лә беҙҙең — балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шәфҡәтен, мәрхәмәтен, иғтибарын, ихтирамын тойоп, әсәйебеҙ менән хәйерле, тыныс тормошта ғүмер итегеҙ!

Беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына сығарғансы әсәйебеҙ менән һеҙгә ауырлыҡтар ҙа кисерергә тура килгәндер. Үҙ юлыбыҙға аяҡ баҫырға ярҙам иткәнегеҙ, яратып-һөйөп, атайҙарса хәстәрләгәнең, ғәҙеллеккә, хеҙмәт һөйөргә өйрәткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә, атай. Һин беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, киң күңелле кеше, таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ.
Изге теләк, йылы һүҙҙән башҡа

Таба алмайбыҙ оло бүләкте.

Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,

Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.

Ғүмерҙәрең оҙон булһын һинең,

Бәхеттәрең булһын ғүмерле.

Белеп йәшә, беҙҙең өсөн ерҙә

Һин иң изге һәм иң ҡәҙерле.

Атайыбыҙ! Килер йылдарҙа ла

Дәртле булһын йөрәк тибешең.

Матурҙарҙан матурыраҡ булһын

Ғүмереңдең ҡалған өлөшө.


Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.



Читайте нас: