Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
24 Октябрь 2019, 14:17

Йәш табип миллион һумлыҡ сертификат алды

Асҡын үҙәк район дауаханаһының участка терапевты Гөлназ Ғәббәсова «Ауыл табибы» программаһы буйынса бер миллион һумлыҡ сертификат алды. Йәш белгесте ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Кисә «Сәләмәтлек сәғәте» «Йоматау» шифахаһында медиктарға «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» программаһы һәм онкология ауырыуҙарын иртә асыҡлау буйынса сертификаттар тапшырыуҙан башланды. «Ауыл табибы» программаһы буйынса сертификаттар алыусылар араһында райондашыбыҙ, Асҡын үҙәк район дауаханаһының участка терапевты Гөлназ Ғәббәсова ла бар ине. Гөлназ Илдар ҡыҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан бер миллион һумлыҡ сертификат алды.

«Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы бер-нисә фельдшер 500 һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Шулай уҡ онкология сирҙәрен иртә асыҡлаусы табиптар 5 мең һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ булды.

Республика Башлығы Радий Хәбиров был программаның киләһе йылда финансланасағы хаҡында белдерҙе.



Читайте нас: