Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
16 Октябрь 2019, 14:17

“Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды...

Кисә Өфөлә Башҡортостандың 47 күп балалы ҡатын-ҡыҙы «Әсәлек даны» миҙалы һәм аҡсалата премия алды. Бүләкләнеүселәр араһында райондаштарыбыҙ Рәмилә Мөҙәрис ҡыҙы Хикмәтова менән Нәзифә Хәләф ҡыҙы Рәхимйәнова ла бар.

Әсәләргә награданы республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында райондаштарыбыҙ Рәмилә Мөҙәрис ҡыҙы Хикмәтова менән Нәзифә Хәләф ҡыҙы Рәхимйәнова ла бар. Улар икеһе лә Солтанбәк ауылынан, бишәр бала тәрбиәләйҙәр. Рәмилә Мөҙәрис ҡыҙы урында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ә Нәзифә Хәләф ҡыҙы — йорт хужабикәһе.

Парламент спикеры тантанала ҡатаншыусыларға балалар тәрбиәләүҙәге еңел булмаған хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Һеҙҙең төп һәм мөһим бурысығыҙ – ғаилә, уны һаҡлау, уның именлеге. Тыныс, мөхәббәтле һәм бер-береһен аңлаған ишле ғаилә ул – үҙе оло бәхет. Бындай ғаиләләрҙә әсәләр – ысын героинялар. Барығыҙ ҙа – йәш быуын өсөн лайыҡлы өлгө. Бөгөн илдә демография хәле менән бәйле мәсьәлә көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең, республиканың киләсәге власть органдарының, йәмәғәтселектең ошо йүнәлештәге эште ни тиклем уңышлы алып барыуына бәйле», — тине Константин Толкачев.

Республикала 46 мең күп балалы ғаилә иҫәпләнә, уларҙа 160 мең самаһы бала тәрбиәләнә.
Читайте нас: