Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Ҡотлайбыҙ!
4 Октябрь 2019, 14:35
Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары!
Һеҙҙе ихлас күңелдән 5 октябрь — Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Был байрам барыбыҙға ла ҡәҙерле. Ул иҫтәлекле мәктәп һәм студент йылдарына алып ҡайта, остаздарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдереү мөмкинлеген бирә, изге уҡытыусы хеҙмәтенең ҙур әһәмиәтен билдәләй.
Һеҙҙең һөнәрҙе ижади эҙләнеүҙәрһеҙ һәм даими камиллашыуһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уҡыусылар алдында һеҙ өр-яңы белем донъяһын асаһығыҙ, уларҙа үҙаллылыҡ, даими үҫешкә ынтылыш тәрбиәләйһегеҙ, юғары әхлаҡи йүнәлеш биреү йәһәтенән өлгө күрһәтәһегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, аҡыл ҡеүәһе һәм фиҙаҡәрлегегеҙ, сабырлыҡ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эшегеҙҙә илһам һәм уңыштар теләйбеҙ!
“
Йәнтөйәк”тәр.
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять