Береһенән-береһе мөләйем, алсаҡ йөҙлө апайҙарға күҙ теймәһен! Улар донъя мәшәҡәттәренән арынып, барлыҡ эштәрен онотоп, йыл да осрашыуға ихлас килә. Сәй табыны артында һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, үҙҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстары, уй-хыялдары, теләктәре менән уртаҡлаша.
Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙең уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәгеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ! Һеҙ — йәштәрҙең терәге һәм тәрбиә үрнәге. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн хөрмәт кисереп, ауырымай, һыҙланмай, оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙҙең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын Һеҙгә!