Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Сентябрь 2019, 12:27

Төплө, ныҡлы белем бирә

Борай 3-сө урта мәктәбе 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Борис Нурисламовтың башланғысы менән 2008 йылдың 28 декабрендә мәктәп нигеҙенә беренсе таш һалынды, һәм ни бары һигеҙ айҙан һуң, 2009 йылдың 27 авгусында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында мәктәп 400 уҡыусыға ишектәрен асты. Шулай итеп, Борайҙа йәнә бер белем усағы — 3-сө урта белем биреү мәктәбе барлыҡҡа килде.10 йыл эсендә мәктәп күпме уҡыусыһын оло тормош юлына сығарған. Шуларҙың 33-ө — медалистар.


Мәктәп менән һигеҙ йыл буйына төҙөлөштөң башынан аҙағына тиклем йөрөгән, бар көсөн ошо мөһабәт бинаны һалыуға йүнәлткән Гөлсинә Әхмәҙуллина етәкселек итте. Һуңғы ике йылда мәктәп директоры булып Ирина Камилйәнова эшләй. Әлбиттә, мәғариф усағы өсөн ниндәйҙер һөҙөмтәләр яһар өсөн 10 йыл бәләкәй юбилей булһа ла, уның да үҙ тарихы, ғорурланырлыҡ уҡыусылары, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ уҡытыусылары бар.Юбилей уңайынан үткәрелгән тантанаға нәҡ шул элекке уҡыусылар, мәктәптең беренсе ветеран уҡытыусылары саҡырылғайны. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников, район мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин да педагогик коллективты һәм уҡыусыларҙы ҡотларға килде.


Район хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәт улы мәктәптең район тормошонда әүҙем булыуын билдәләне, һәр йыл һайын берҙәм дәүләт һәм төп дәүләт имтихандары ваҡытында имтихан биреү пункты булып эшләүен, шулай уҡ төрлө дәрәжәләге семинарҙарҙың нәҡ ошонда уҙыуын әйтеп үтте, мәктәп коллективына әүҙемлек, уңғанлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе, киләсәктә лә уңыштар теләне.


— Ун йыл эсендә белем усағы коллективы байтаҡ уңыштарға ирешергә өлгөргән. Бирелә бар яҡлап та талантлы уҡытыусылар эшләүенә инандым. Киләсәктә һеҙгә яңынан-яңы үрҙәргә ирешергә, республиканың, илдең 30 иң яҡшы мәктәбе исемлегенә инергә теләйем, — тине үҙ сығышында Юрий Мельников та.


Мәғариф бүлеге начальнигы Фәрит Хужин уҡытыусы Мәсүфә Әйүпова һәм социаль педагог Луиза Маликованы күркәм юбилейҙары менән ҡотланы.


Борай 3-сө урта мәктәбендә 44 уҡытыусы үҫеп килгән быуынға белем һәм тәрбиә бирә. Уларҙың 25-е — юғары, 17-һе беренсе категориялы уҡытыусылар. Удмурт теле уҡытыусыһы Лира Фәрхетдинова һәм физика уҡытыусыһы Гөлфинә Шаймарҙанова “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ. Дүрт уҡытыусы — Гөлсинә Әхмәҙуллина, Разалия Әхмәҙуллина, Мәсүфә Әйүпова, Гөлфинә Шаймарҙанова — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары.


Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: мәктәп уҡыусылары йыл да төрлө олимпиадалар һәм конкурстарҙа еңеү яулай, районда уҙғарылған барлыҡ мәҙәни, спорт сараларында ҡатнаша. Уҡытыусылар ҙа күп яҡлы һәләткә эйә. Юбилей уңайынан әҙерләнгән концерттың да үҙәгендә улар үҙҙәре булды: йырланылар, бейенеләр, шиғыр һөйләнеләр. Төплө белем биргән, ышаныс һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләгән туған мәктәптәрен, яратҡан уҡытыусыларын матур байрам менән ҡотларға элекке уҡыусылары Илназ Шәрифйәнов һәм башҡорт-татар эстрадаһында популяр йырсы Айгөл Миндиярова ла килгәйне.


Бай, сағыу һәм йөкмәткеле итеп төҙөлгән тантана программаһын уҡытыусылар Лилиә Ғәйнетдинова менән Светлана Хәжипова алып барҙы. Уларҙың һәр һүҙендә, уҡытыусыларға, уҡыусыларға һәм хеҙмәт ветерандарына ҡарата йылылыҡ, ихтирам хисе сағылып торҙо.


Яңы уҡыу йылына бағышланған тантаналы линейка ла мәктәптең юбилейына арналып үткәрелде. Юбилей йылында белем усағына аяҡ баҫҡан 58 I класс уҡыусыһы ла киләсәктә Борай 3-сө урта мәктәбенең данын арттырыр, ғорурлығы булыр, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: