Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Сентябрь 2019, 15:06

Бөтә донъя матурлыҡ көнө менән!

Матур булайыҡ барыбыҙ ҙа,Матурлайыҡ беҙ донъяларҙы.



Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Ихлас күңелдән һеҙҙе Бөтә донъя матурлыҡ көнө менән ҡотлайбыҙ! Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа бергә-бергә матурлыкты тоя беләйек, уны күрергә, үҙ ҡулдарыбыҙ менән тыуҙырырға өйрәнәйек, күңелдәребеҙ мөйөштәрендә гүзәллекте күбәйтәйек, тирә-йүндәге матурлыҡҡа ғашиҡ булайыҡ, бер-беребеҙгә изге теләктәр теләйек һәм балаларыбыҙҙы ла матурлыҡты тойорға өйрәтәйек.


Һокланмайса мөмкин түгел

Ошо матур донъяға.

Йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла

Тормошобоҙ гел аға.

Донъя иркен, илдәр тыныс

Тағын беҙгә ни кәрәк?

Ата-әсә, туғандарыбыҙ –

Беҙҙең иң яҡын терәк.

Матурлыкты күрер өсөн,

Кәрәк күңелебеҙ күҙе.

Күктә балҡыған ҡояш та

Матур түгелме үҙе?

Матурлык һәр бер аҙымда

Кәрәк күрә белергә.

Матур булып, бәхет тойоп,

Йәшәйһе ине бергә.

Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.
Читайте нас: