Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
30 Август 2019, 17:05

Ҡәҙерле уҡыусылар һәм студенттар!

Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, ата-әсәләр!

Һеҙҙе ысын күңелдән яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлайбыҙ!
Был көн барыбыҙ өсөн дә уртаҡ байрам, сөнки һәр ҡайһыбыҙҙың иҫендә тормошто танып белеү шатлығы, хыялдар менән тулы мәктәп йылдары һаҡлана. Белем көнөн байрам итеү йолаһы бик күп быуындарҙы берләштерә, һәр эштең нигеҙендә иң беренсе сиратта белем ята. Төплө белем алған, дөрөҫ һөнәр һайлаған кеше генә тормошта ысын уңышҡа ирешә ала. Сифатлы белемдән, хеҙмәт баҙарында кәрәкле, һәләтле белгестәрҙән тыш йәмғиәттең киләсәген, уның иҡтисади һәм интеллектуаль ҡеүәтен үҫтереүҙе күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.
Яңы уҡыу йылында уҡытыусыларға – илһамлы һәм ижади эш, ә уҡыусыларға белем үрҙәрен яулағанда түҙемлек һәм ныҡышмалылыҡ теләйбеҙ. Йөҙөндә йылмайыу балҡытып, шау-гөр килеп мәктәп ишеген асып ингән һәр бала ғилемле, бөтә яҡлап үҫешкән шәхес булып үҫһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, илһам, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ. Белем иленә илткән юлдар гел нурлы булһын!
Изге теләктәр менән “Йәнтөйәк”тәр.
Читайте нас: