Һәр саҡ асыҡ йөҙлө, мөләйем хеҙмәттәшебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, күңел байлығы, эшендә ижади уңыштар, ғаилә именлеге, балалар ҡыуанысы, тормош иптәше менән ҡәҙерләп һөйөп үҫтергән ҡыҙ һәм улдарының игелеген күреп, уларҙың шатлыҡтарына һөйөнөп, барыбыҙҙың да ихтирамын тойоп, мөлдөрәмә тулы бәрәкәтле мул тормошта йәшәүен теләйбеҙ!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән “Йәнтөйәк” гәзите коллективы.