Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Август 2019, 16:36

Бәхетле бул, ҡәҙерлебеҙ!

Солтанбәк ауылында йәшәүсе ҡәҙерле һеңлебеҙ, апабыҙ Лилиә Зайнулла ҡыҙы Миңлеғәлиеваны яҡынлашып килеүсе күркәм ғүмер байрамы — 45 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һин бик сабыр, түҙемле, тырыш, оло йөрәкле, ярҙамсыл кешеһең. Үҙеңдең тирә-яҡтағыларға шатлыҡ өләшәһең, олоһона ла, кесеһенә лә һин кешелекле һәм кеселекле, шуға күрә лә үҙең оло ихтирам ҡаҙанғанһың. Алдағы ғүмер юлдарыңды һау-сәләмәт, күтәренке кәйеф һәм тыуған-тыумасаларың, яҡындарың менән бәхетле көндәрҙә үтергә яҙһын һиңә, һөйөклө һәм һөйкөмлө кешебеҙ! Көслө рухлы, бәхетле бул! Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларың шатлығын һәм игелеген күреп йәшәргә яҙһын!

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,

Ҡылған эшең — бары изгелек.

Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Ғүмер юлың пар ҡанатлы үтһен,

Өҫтәлеңдә һыйҙар мул булһын.

Тормоштағы ҡылған игелегең

Үҙеңә ҙур бәхет булып ҡайтһын.

Беҙҙән теләк һәр саҡ яҡты һиңә,

Шатлыҡ ҡына, бәхет, гел изге.

Туғандарың менән гөр килешеп,

Һау-сәләмәт йәшә ғүмереңде!

Иң изге теләктәр менән апайҙарың Сания, Земфира, Зилә, ағайың Назим, һеңлең Гөлнара исеменән Асҡын ауылында йәшәүсе һеңлең Наилә.



Читайте нас: