Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ауыр һәм яуаплы эшеңдә ҙур уңыштар, киленебеҙ, еңгәбеҙ Эльза менән улығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙҙың шатлыҡтарына һөйөнөп кенә бәхетле, парлы, имен ғүмер кисереүегеҙҙе, беҙгә, туғандарыңа ныҡлы терәк булыуыңды теләйбеҙ. Яҡындарың тип типкән изге йөрәгең бер ваҡытта ла арыу-талыуҙы белмәһен, уй-хыялдарың тормошҡа ашһын, тыуыр таңдарың имен, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын!
Ысын егет булған ир затына Хоҙай
Ғорурлыҡ та, мөхәббәт тә бирә,
Ошо сифаттарҙың барыһын да
Хоҙай һиңә йыйып биргәндер,
Матур итеп йылдарҙан-йылдарға
Бер хәсрәтһеҙ йәшә, тигәндер.
Беҙ шуға ғорурланабыҙ сикһеҙ
Һәр көн һайын иҫкә төшөрөп.
Ғаиләгеҙгә шатлыҡтарҙан торған
Имен көндәр теләйбеҙ иң элек.
Хәләл парың гел яныңда булһын,
Балаларың булһын ғорурлыҡ.
Шөкөр был Хоҙайға, тормошоғоҙ,
Күҙ теймәһен, тиеп торорлоҡ.
Изге теләктәр менән атайың-әсәйең, һеңлеләрең, кейәүҙәрең, туғандарың.