Секцияла докладтар менән яҙыусы, “Дондағы Башҡортостан яҡташтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәхмүт Сәлимов (тема: “МХО синдромы – яугирҙәрҙең психологик проблемалары, уларҙы һуғыштан һуң реабилитациялау”); Рәсәй Геройының атаһы Айсар Илһамов (“Герой атаһының республикалағы йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуы”); махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының социаль координаторы Илнур Ҡарабулатов (“МХО-ла ҡатнашыусыларҙы, ветерандарҙы граждандар тормошона яраҡлаштырыу мәсьәләләре”); Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы етәксеһе Юлай Моратов (“МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойоштороу”); Ҡырым госпиталдәре һәм Севастополь ҡалаһы ирекмәне Алина Марьина (“Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы госпиталдәрендәге хәрбиҙәргә ярҙам”); Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендәге Эшҡыуарлыҡ советы рәйесе урынбаҫары Альфред Вәлиев (“Минең кескәй донъям”, МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙең балаһының бүлмәһендә ремонт” проекты”) сығыш яһаны.
Секция ултырышында эксперттар – МХО-ла һәләк булған яугирҙең әсәһе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалындағы социаль координаторы Дилә Ғәлиуллина, Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Ҡунафина, Рәсәй ветерандар союзының төбәктәге йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Альберт Ғилманов, Башҡарма комитет ағзаһы, МХО-ла ҡатнашыусы Рим Йомағужин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Баймаҡ районынан делегат Тимерйән Рәжәпов, “Башҡорт-мишәр казактар бүлеге” төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, “Барс4” доброволецтар батальоны пулеметсыһы, кесе лейтенант, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Роберт Әбҡадиров, Учалы районынан делегат, контрактсы Заһир Вәлиев сығыш яһап, төрлө мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерҙе.
Роман Шумный фотолары.