Мәртәбәле бәйгенең муниципаль этабында Асҡындың 2-се һәм “Күк сәскә”, Урмияҙ ауылының “Йәйғор” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Дүрт, биш, алты йәшлек кенә кескәйҙәр тәрбиәсе апайҙары һәм ата-әсәләре ярҙамында “Урал батыр” эпосынан өҙөктө шулай күпләп быйыл беренсе тапҡыр ҡатнашты. Уларҙың сығышы шундай тулҡынландырғыс, һоҡланғыс, илһамландырғыс булды. Кескәйҙәр сәхнәлә үҙҙәрен ысын артистарса ышаныслы тотоп, “Урал батыр” эпосынан өҙөктө башҡорт һәм рус телдәрендә шундай матур, тасуири, хисле итеп һөйләне. Һәр береһенә ата-әсәләре, тәрбиәселәре махсус кейем дә әҙерләгәйне.
Һәр бәйгесе йондоҙҙай балҡыны, һәләттәрен күрһәтеп, һоҡландырҙы, рухландырҙы, дәртләндерҙе. Шундай рухлы балаларыбыҙ, уларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләр, тәрбиәселәр һәм уҡытыусыларыбыҙ барҙа туған телебеҙ, халҡыбыҙ тарихы һаҡланасаҡ, тигән өмөттәбеҙ.
Әйткәндәй, 2022 йылда районыбыҙҙа Асҡын 2–се балалар баҡсаһында ата-әсәләр ризалығы менән беренсе тапҡыр полилингваль төркөм булдырылғайны. Уҡытыу полилингваль белем биреү программаһы буйынса алып барыла. Башҡорт, рус, инглиз телдәрен ике йыл өйрәнеү эсендә балалар был телдәрҙә һорауҙарға яуап бирә, дәрестәрҙә бик теләп шөғөлләнә, шиғырҙар ятлай, йырҙар йырлай, тамашалар сәхнәләштерә.
Мөнзилә Әхмәтова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы:
— Башҡортостан Башлығы ярҙамы менән башҡорт телен үҫтереүгә ҙур өлөш индерелә. Шуныһы ҡыуаныслы, туған телде һәм мәҙәниәтте өйрәнеүгә йәштәр һәм мәктәп уҡыусылары ғына түгел, ә мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа йәлеп ителә. Бына беҙҙең районда ла башҡорт, рус, инглиз телдәрен өйрәнгән беренсе мәктәпкәсә йәштәге төркөм сығарылды. Унда телде өйрәнеү көслө, бынан тыш, башҡа дисциплиналарға һәм балаларҙың дөйөм үҫешенә, уларҙа иң яҡшы сифаттар тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ошо төркөмдө тамамлаған кескәйҙәр Асҡын 2-се урта мәктәбендә 1-се класта полилингваль белем биреү программаһы буйынса уҡый. Улар һынатмай, төрлө конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһап, үҙҙәренең телһөйәр икәнен иҫбатлап тора. Ошо көндәрҙә үткән "Башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" - кешелек ҡаҙанышы" XV Халыҡ - ара конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, улар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә эссе лә яҙҙы, эпостан өҙөктө лә башҡорт һәм рус телдәрендә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Республикабыҙ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн был яҡшы башланғыс , тип уйлайым.
Наилә Имаева.