Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
27 Сентябрь , 15:04

Ҙур ойошҡанлыҡ һәм дәрт менән

ҡариҙелдәр “Айыҡ ауыл-2024” конкурсына әүҙем ҡушылды

Ҙур  ойошҡанлыҡ һәм дәрт менән
Ҙур ойошҡанлыҡ һәм дәрт менән

Район ауылдары халҡы “Иң айыҡ ауыл” исеме өсөн яңы бәйгегә ҡушылды һәм муниципаль этапта конкурс программаһына ярашлы байтаҡ саралар үткәреп тә өлгөрҙө.
Әтнәш ауылында, мәҫәлән, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн йәнле концерт ойошторолдо. Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөнә арналып, “Мин сәләмәт йәшәү рәүешен һайлайым” тигән сара ла үтте.
Абыҙ ауылы халҡы Шәфи ҡойоһо тирәһен сүп-сарҙан таҙартып, кипкән ағастарҙы ҡырҡып, ял итеү урынын тәртипкә килтерҙе. Ә бынан алдараҡ активистар төҙөлөп ятҡан мәсет тирәһен йыйыштырғайны.


Иҫке Аҡбүләк ауылы халҡы “Ҡөрьән ашы” үткәрҙе. Улар әйтеүенсә, “Серҙәштәр” вокаль төркөмө ауылда үткәрелгән бар сарала ҡатнаша һәм ярҙамлаша.
Байҡыбаш ауылында Ғаилә йылына арналып “Атай, әсәй һәм мин — татыу ғаилә!” тип аталған күңелле ярыш үтте. Унда ғаилә командалары күңелле конкурстарҙа һәм эстафеталарҙа ярышты һәм ваҡытты файҙалы үткәрҙе. Был ауылда “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” акцияһы ла дауам итә. Гөлсинә Сабирова етәкселегендә әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙар өсөн мендәрҙәр текте, адреслы посылкалар ҙа әҙерләнеләр. Байҡыбаш халҡы шулай уҡ Халыҡ-ара матурлыҡ көнөнә арнап “түңәрәк өҫтәл”, “Карандаш һауыты” оҫталыҡ дәресе, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр менән сара үткәрҙе.


Ҡортлокүлдә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусылар волейбол уйыны ойошторҙо, ә өлкән класс уҡыусылары кроста йүгерҙе. Шулай уҡ бирелә Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөндә акция үткәреп, спиртлы эсемлектәрҙең зыяны тураһында белешмә тараттылар. Бындай саралар Абыҙ ауылында ла үтте.
Урғыш активистары ла еңел атлетика кросы үткәрҙе, Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөнә бер нисә акция ойошторҙо. Яугилде ауылында “Дөрөҫөн бел — айыҡ йәшә” тигән сәләмәтлек сәғәте үтте. Унан һуң бергәләп скандинавса ла йөрөнөләр. Ҡорош ауылында велоуҙыш һәм волейбол матчы үткәрҙеләр. Улар иң матур сәскә түтәленә конкурс та ойошторҙо.
Кирҙәлә оло быуын вәкилдәре кис ултырырға саҡырылды. Улар сәй артында ихлас аралашты һәм йәшлек йылдарын иҫкә алып йырланы, бейене. Бынан алда бирелә Ғаилә йылына арналған байрам үткәйне. Урындағы мәктәптә уҡыусыларға заманса технологиялар ярҙамында фән үрҙәренә менергә булышҡан “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды.


“Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы ҡариҙелдәр ҙур яуаплылыҡ тоя. Быны күптән түгел үткән Башҡортостан Республикаһы Башлығын һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауҙа ла күрергә мөмкин ине. Конкурсанттар гражданлыҡ бурысын үтәне һәм һайлауҙы ысын байрамға әйләндерҙе. Мәҫәлән, Иҫке Аҡбүләктә вокаль ансамблдә ҡатнашыусылар һайлауға коллектив менән милли кейемдәрҙә килеп, ауылдаштары өсөн рухлы йырҙар башҡарҙы. Урғыш, Яугилде, Ҡортлокүл, Нәғретдин ауылдарында көҙгө йәрминкәләр, сәскәләр күргәҙмәһе үтте.

Лилиә Бәҙретдинова.

Ҡариҙел районы.

Автор:
Читайте нас: