Бөтә яңылыҡтар

Бөрөләр ҡорға йыйылды

Көн тәртибендә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды, ойошманың башҡарған эштәренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде.

Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды

Бөрө ҡалаһында ҡала һәм район башҡорттары ҡоролтайы йыйыны үтте. 

Ҡоролтай эшендә баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар, Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттарының башҡарма комитеты ағзалары, ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһе вәкилдәре, йәмғеһе 70 делегат ҡатнашты.

Сара ҡоролтай гимны булған  башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды  тыңлау менән башланды.

Бөрө районы муниципаль район хакимиәте башлығы Антон Владимирович Талалов үҙ сығышында район башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Ишемғолов Морат Нил улы,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, “Варна” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, БР «Мәсетле» яҡташтар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ахунов Мансур Мөнир улы үҙ сығыштарында ойошма алдында торған бурыстарға туҡталды, VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында (съезында) хәл ителәсәк мәсьәләләр тураһында һүҙ алып барҙы.

Филология фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы доценты, “Йәнтөйәк” район-ара ижтимағи-сәйәси гәзитенең Бөрөләге хәбәрсеһе Ғ.Ғ. Ғәниева "Заман шарттарында юғары белемле кадрҙар әҙерләү", БР Бөрө районы муниципаль районы Биләмә-ара клуб системаһы муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы Үҙәк район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Фидания Сөләймәнова "Поликультур арауыҡта башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү үҙенсәлектәре", Бөрө ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Әлфинә Сәйетгәрәева "Бөрө ҡалаһы һәм районының белем биреү учреждениеларында башҡорт телен уҡытыуҙың торошо", Бөрө районы Үгеҙ ауыл биләмәһе  башлығы Вероника Саҙретдинова «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыу тураһында» темаларына сығыш яһаны.

Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Г.Н. Ҡасҡынова ҡоролтай тарафынан 2023 йылдың декабренән алып башҡарылған эштәрҙе телгә алды һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. "Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы үткән быуаттың 90-сы йылдарында ойошманың тәүге етәксеһе, педагогия фәндәре кандидаты Тимербай Ҡунаҡбай улы Исхаҡов нигеҙләгән традицияларға тоғро ҡалып эшләүен, ҡала һәм район тарихында үҙ эҙен һалыуын дауам итә", - тине ул.

Йыйылыштың икенсе өлөшөндә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына (съезына) делегаттар һайланды. Залдағылар бер тауыштан А.В. Талалов, Ғ.Ғ. Ғәниева, Г.Н. Ҡасҡынова  кандидатуралары өсөн тауыш бирҙе.

Сығанаҡ:  https://vk.com/club52431007?w=wall-52431007_839

Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Бөрөләр ҡорға йыйылды
Читайте нас: