Бөтә яңылыҡтар

Балтас районы башҡорттары оло ҡорға делегаттар һайланы

Тулыраҡ:

Балтас  районы башҡорттары  оло ҡорға делегаттар һайланы
Балтас районы башҡорттары оло ҡорға делегаттар һайланы

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Суфиян улы Ғаязов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Мөнир улы Ахунов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Инзилә Әҙип ҡыҙы Ғәсимйәнова, район Советы рәйесе Азамат Муллый улы Мәғзумов, район Советы секретары Рәсих Фәйзелҡәүи улы Әҡбәров, шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп, балалар баҡсалары етәкселәре һәм тәрбиәселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы һәм делегаттарҙы Инзилә Әҙип ҡыҙы сәләмләп, ҡыҫҡаса район ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Фәттәх ҡыҙы Шәйхинурова “Район мәктәптәрендә башҡорт телен туған теле һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ойоштороу һәм уҡытыу әһәмиәте”, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Айваз Фируз улы Сәфетдинов “Районда “Танып батыры” армреслинг буйынса яңы спорт ярышын уҙғарыу”, район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса баш белгес Айһылу Рамаҙан ҡыҙы Йыһангирова “Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев исемен Балтас ерлегендә мәңгеләштереү” тигән темаларға сығыш яһаны.


Урындағы ҡоролтай рәйесе Гөлфиә Зыязтдин ҡыҙы Шәисламова отчет менән сығыш яһаны.
Көн тәртибе буйынса Балтас районы башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына өҫтәмә ағзалар, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезына делегаттар һайланды һәм рәсми резолюция ҡабул ителде.


Сара аҙағында әүҙем эшмәкәрлек алып барған делегаттар район хакимиәте башлығының Балтас районында мәҙәни мираҫты тергеҙеү, башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау һәм пропагандалау эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Балтас  районы башҡорттары  оло ҡорға делегаттар һайланы
Балтас районы башҡорттары оло ҡорға делегаттар һайланы
Автор:
Читайте нас: