22 майҙа Асҡын район Мәҙәниәт йортонда район башҡорттары ҡоролтайы йыйын үткәрҙе.
Сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идара начальнигы Илһам Фәтҡуллин, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Илнур Хәйруллин ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Мәртәбәле ҡорҙа шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп, балалар баҡсалары етәкселәре һәм тәрбиәселәр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, ағинәйҙәр ҡатнашты.
Сара башланғансы мәртәбәле ҡунаҡтар район Мәҙәниәт йорто фойеһында ойошторолған мәҙәниәтебеҙҙе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәре, урындағы оҫталарыбыҙ яһаған милли биҙәүестәр ҡуйылған бай күргәҙмә менән танышты.
Ҡоролтай ултырышы Эльвира Вәлиева етәкселегендәге “Йәйғор” бейеү ансамбле башҡарыуындағы “Һунарсылар” бейеүе менән башланды. Сарала ҡатнашыусыларҙы артабан Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре “Бәхет өсөн” йыры менән сәләмләне. Музыкаль етәкселәре — Рушания Шәрәфетдинова. Рухлы бейеү менән кескәйҙәрҙең дәртле йыры сараға йән өрөп, байрам кәйефе бүләк итте.
Ҡунаҡтарҙы һәм делегаттарҙы Асҡын районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы сәләмләп, район ҡаҙаныштары менән ҡыҫҡаса таныштырҙы.
Баш ҡалабыҙҙан килгән ҡунаҡтар ҙа сығыш яһап, фәһемле фекерҙәрен еткерҙе, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарған эште ыңғай баһалап, рәхмәт белдерҙе.
Артабан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова отчет менән сығыш яһаны. Фәйрүзә Фаяз ҡыҙының урындағы ҡоролтай рәйесе булараҡ башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәтен Динис Рәдис улы лайыҡлы баһалап, рәхмәт белдерҙе һәм Асҡын районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Асҡын районы мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙе ойоштороу, был тәңгәлдә ирешелгән уңыштар, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙар тураһында район мәғариф бүлеге методисы Мөнзилә Әхмәтова һөйләне.
Ҡашҡа урта мәктәбе уҡытыусыһы Лүзиә Ғәлиәкбәрова “Туган телебездә сүләшәбез һәм аралашабыз” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Шулай уҡ киләсәккә пландар билдәләнде, фекер алышыу үтте.
Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 28 кешенән торған яңы составы һайланды. Урындағы ҡоролтай рәйесе итеп Петропавловка мәктәбе директоры Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов бер тауыштан һайланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына делегат итеп Ирек Альбирт улы Ҡәҙимов, Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова, Фәрдүс Зөфәр улы Әхмәтов һайланды.
Сара һуңында резолюция ҡабул ителде.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Радик улы Ҡоролтай гимны булған башҡорт халыҡ йыры «Урал»ды ҡурайҙа уйнап, күңелдәрҙе моңға сорнаны. Әйткәндәй, Илнур Радик улы был ҡайтҡанында Ҡашҡа урта мәктәбенә 20 ҡурай бүләк итте һәм уҡыусыларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтергә лә вәғәҙәләне.
Бына шулай бик һөҙөмтәле, йөкмәткеле һәм эшлекле мөхиттә үтте Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы.
Наилә Имаева.