Йәнтөйәк
-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
13 Апрель , 10:00

Ирешәһе маҡсаттар алда әле

Телһөйәр, илһөйәр етәксе йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә йән өрҙө

Ирешәһе маҡсаттар алда әле
Ирешәһе маҡсаттар алда әле

Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлнур Нуриман ҡыҙы Ҡасҡынова менән әңгәмә.
– Гөлнур Нуриман ҡыҙы, үткән йыл аҙағында Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайландығыҙ. Дүрт ай эсендә район һәм ҡала кимәлендә байтаҡ эштәр башҡарылды. Шул турала һөйләп китһәгеҙ ине.
— Эйе, ошо мәлдән алып байтаҡ сараларҙа ҡатнашырға тура килде. 8 декабрҙә — Саҡмағошта “Атайсал. Яҡташлыҡ көсө” төбәк форумында, 15 декабрҙә — “Торатау” Конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһында, шунда уҡ үткәрелгән “Башҡорт теле” темаһына квиз-уйында, 30 ғинуарҙа — республика райондары, ҡалалары башҡорттары ҡоролтайҙары вәкилдәре менән онлайн режимдағы кәңәшмәлә, 8 февралдә — М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Йәштәр йылының презентацияһында, 12 мартта Изге Троица кафедраль соборы эргәһендәге Бөрө рухани-мәғрифәт үҙәгендә «Башҡортостан рустары соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Бөрө районы бүлексәһе конференцияһында ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе.
Шулай уҡ Бөрө районы Үгеҙ ауыл клубында үткәрелгән Башҡорт теле көнөнә арналған “Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен...” тип аталған әҙәби-музыкаль композицияла ҡоролтай ағзалары әүҙем ҡатнашты.
Өфө Фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында 13 декабрҙә — “Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!” тип аталған интерактив викторина, 14 декабрҙә “Туған телем минең! Күпме һүҙең йондоҙ кеүек йым-йым нурлана ... “ квиз-уйыны үткәрелде.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Үгеҙ ауылында «Ғаилә – Тыуған илебеҙ байлығы» тип аталған район фестивалендә ҡатнаштыҡ, башҡорт тирмәһен биҙәүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек.
– Бөрөлә башҡорт рухлы йәштәр бармы? Ҡоролтай ағзалары тарафынан уларға ниндәй ярҙам күрһәтелә?
— Ҡоролтай ағзалары саралар үткәреү менән генә сикләнмәй. Ойошмабыҙ методик ярҙам итеү үҙәге лә булып тора. Иҫке Бурны урта мәктәбе уҡыусылары Настя Сусловаға һәм Арина Ноғмановаға Һәҙиә Дәүләтшина ижады буйынса фәнни-тикшеренеү эшендә булышлыҡ иттек.
Ҡоролтай инициативаһы менән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2024” асыҡ республика конкурсының төбәк турында ҡатнашып, Ғәлимуллиндар ғаиләһенең «Ғаилә ижады» номинацияһында — II урын, Хәбибуллиндарҙың «Ғаилә йолалары» номинацияһында III урын яулауы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды.
Ғөмүмән, Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайы составында элек-электән башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихына битараф булмаған кешеләр эшләй. Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгөндә лә «Йәнтөйәк»кә генә түгел, республиканың башҡорт телендә сыҡҡан башҡа гәзит-журналдарына ла әүҙем яҙыла улар.
– Киләсәккә тағы ла ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
– 27 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу йылдағыса ҡоролтай ағзалары тарафынан үткәреләсәк. Башҡортостан Республикаһында планлаштырылған Милли кейем көнө айҡанлы ла әйтер һүҙебеҙ, эшләр эштәребеҙ бар.
Май айында репрессияланған шағир Мөслим Мараттың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған кисә үткәрергә ниәтләйбеҙ. Сараға Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре лә киләсәк.
13 июндә Бөрө ҡалаһы һәм районы башҡорттарының дөйөм йыйылышы планлаштырыла. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары ла ҡатнашасаҡ.
Телсе-ғалим Ғаббас Дәүләтшиндың ейәнсәре Элла Дәүләтшина тарафынан төшөрөлгән “Журавли мои” исемле фильмдың презентацияһын үткәреү ҙә планлаштырылған. Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың яҡын дуҫы, ҡәрҙәше Ғаббас Дәүләтшиндың музыкаль мираҫы тураһындағы был фильм бөрөләргә оҡшар, тигән өмөттәбеҙ. Әйткәндәй, фильм Башҡортостан Республикаһында әлегә күрһәтелмәгән. Элла Хәмзә ҡыҙының беҙгә ышаныс күрһәтеүе ҙур мәртәбә.
– Матур, тулы яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Гөлнур Нуриман ҡыҙы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Ирешәһе маҡсаттар алда әле
Ирешәһе маҡсаттар алда әле
Ирешәһе маҡсаттар алда әле
Автор:
Читайте нас: