Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
31 Ғинуар , 10:10

Аныҡ бурыстар ҡуйылды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Аппараты хеҙмәткәрҙәре, Башҡарма комитеты ағзалары, Президиум етәксеһе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова рәйеслегендә Башҡортостандың район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәре,  урындағы хакимиәт ағзалары менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе.

Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды

Эльвира Ринат ҡыҙы барыһын да сәләмләп, райондарҙа яңы һайланған ҡоролтай рәйестәре менән таныштырып, уларға һөҙөмтәле эш һәм уңыштар теләне.

2024 йылда уҙасаҡ ваҡиғалар, планлаштырылған саралар, «Айыҡ ауыл - 2023» республика конкурсында ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге тураһында ла әйтеп үтте. Әйткәндәй, быйыл  был мәртәбәле конкурста ҡатнашып, призлы урындар яулай алмаған ауылдар барыһы ла республика Башлығы  Радий Фәрит улы Хәбиров  бүлгән 200 мең һум аҡсалата бүләк аласаҡ. Әлбиттә, бындай яңылыҡҡа барыһы ла ҡыуанды.

Эльвира Ринат ҡыҙы 2024 йылда күренекле шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса планлаштырылған сараларға ла туҡталды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан 2024 йыл Йәштәр  йылы тип билдәләнгәйне. Был йылды  нисек үткәреү һәм презентациялау тураһында  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов һөйләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы медиабүлегенең урындағы ҡоролтайҙар менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге, мәғлүмәти ҡағиҙәләр тураһында һәм ҡала, район ҡоролтайҙарының социаль селтәрҙәрҙә алып барған эшмәкәрлеге тураһында  бүлек етәксеһе Гүзәлиә Балтабаева әйтеп үтте, иң әүҙемдәрҙе атаны. Гүзәлиә Салауат ҡыҙы был юҫыҡта эште әүҙемләштерергә ҡушты.

Кәңәшмәлә шулай уҡ  «Рәхимов уҡыуҙары» конференцияһы, «Дуҫлыҡ күпере» концерты, Башҡорт ғаиләһе көнө, Атай-әсәйҙәр конференцияһы, Йәштәр йыйыны, райондарҙа терминологик комиссия эшмәкәрлеге һымаҡ   көнүҙәк һорауҙар ҙа күтәрелде.

 Сара һуңында ҡатнашыусылар теге йәки был һорау буйынса үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, фекерҙәре менән бүлеште.

Кәңәшмәлә Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова  һәм  Башҡарма комитет ағзалары ҡатнашты. Улар онлайн-кәңәшмә барышында алған мәғлүмәтте йомғаҡлап, үҙ фекерен әйтте һәм алға аныҡ маҡсаттар ҡуйҙы.

Наилә Имаева.


 

Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Аныҡ бурыстар ҡуйылды
Читайте нас: