Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
18 Октябрь 2023, 09:54

Бергәләп көрәшһәк, һөҙөмтә буласаҡ

Башҡортостан тәжрибә уртаҡлашырға әҙер.

3 октябрҙә “Торатау” конгресс-холында “Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика” тип аталған төбәк-ара семинар-кәңәшмә булды. Ойоштороусылары – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Еңеү өсөн ниҙәр кәрәк?

Семинар-кәңәшмәлә “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороу комитеты ағзалары, ил төбәктәренән спикерҙар, Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, “Айыҡ Башҡортостан” ойошмаһы ағзалары, райондар вәкилдәре, “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашыусылар, йәмәғәт әүҙемселәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты. Сараның төп йүнәлештәре – Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса төбәктәрҙәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре хаҡында фекер алышыу, уларҙы таратыу; алкоголле продукция етештереү һәм уның әйләнеше өлкәһендә федераль, республика ҡануниәттәрендәге хоҡуҡтарҙан файҙаланыу; социаль етемлекте иҫкәртеү алымы булараҡ, атай-әсәйҙәрҙе реабилитациялау (“Минең ғаиләм” проекты миҫалында) һәм башҡалар.

Семинарҙың тәүге өлөшөндә айыҡлыҡ идеяларын тормошҡа ашырыу эшендәге ғәмәли тәжрибәләргә, һөҙөмтәле алымдарға ҡағылышлы докладтар тәҡдим ителде. Модераторҙар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы модераторы, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры Сәлиә Мырҙабаева, шулай уҡ Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина сығыш яһаны. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы конкурсты “социаль процестарға этәргес көс биреүсе” тип атаны, уның һөҙөмтәләре, мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

– “Айыҡ ауыл” республикабыҙҙа биш йыл тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, төбәгебеҙҙә аныҡ маҡсаттарға йүнәлтелгән системалы эш булдырылған. Халыҡ араһында эскелекте иҫкәртеүҙә тәү сиратта йәмәғәт ойошмаларының көсөн иҫәптә тотоп, уларға ныҡлы таянабыҙ. Беҙ күтәргән социаль проблема – барыбыҙ өсөн уртаҡ. Шуға ла барлыҡ профилле министрлыҡтар, ведомстволар, власть органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен эшкә йәлеп иткәнбеҙ. Үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барғанда ғына конкурстың маҡсаттарына өлгәшә аласаҡбыҙ.

Проектта ҡатнашҡан ауылдарҙағы тормошҡа ҡарап, ыңғай һөҙөмтәләрҙе бер нисә йүнәлешкә бүлергә мөмкин. Иң мөһиме – кешеләрҙең йәшәү рәүеше үҙгәреүе, уларҙа үҙ асылына ҡайтырға, ҡиммәттәрен һаҡларға ынтылыш барлыҡҡа килеүе. Проектты тормошҡа ашырыу барышында йәмәғәтселәрҙең, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең төрлө яңы башланғыстарға нигеҙ һалыуы ла ифрат һөйөнөслө, әһәмиәтле.

Әлеге семинар-кәңәшмә Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы уҙғарылды. Халыҡ иғтибарын ошо проблемаға даими йүнәлтеп тороу, һис һүҙһеҙ, кәрәк, – тине сығышында Сәлиә Мырҙабаева.

Артабан Баймаҡ, Хәйбулла райондары вәкилдәренең, Республика клиник наркология диспансеры баш табибы Руслан Арыҫлановтың, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлиндең, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, журналист, “Йома” тапшырыуы авторы Морат Лоҡмановтың сығыштары тыңланды. Улар араһынан, мәҫәлән, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова үҙҙәренең еңеү серҙәре менән уртаҡлашты. Уның әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл”да көнәркәшлек йылдан-йыл арта, шуның өсөн дә ҡатнашыусының уникаль, көслө, сағыу проекттары булырға тейеш. Хәйбулла районы был йәһәттән, мәҫәлән, “Айыҡ ҡатын” тигән башланғысҡа юл һалып, күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы, үҙенә иғтибар йәлеп итте, урындағы ҡайһы бер гүзәл зат вәкилдәренең тормошон үҙгәртеүгә булышлыҡ ҡылды, уларҙың социаль әүҙемлеген арттырҙы.

Семинарҙа Урал дәүләт тау университетының теология кафедраһы мөдире, Екатеринбург епархияһының айыҡлыҡты раҫлау һәм бәйлелектәрҙе иҫкәртеү буйынса бүлеге етәксеһе, педагогика фәндәре кандидаты, протоиерей Игорь Бачинин “Айыҡлыҡ, рухи-әхлаҡи үҫеш нигеҙе булараҡ” тигән темаға доклад тәҡдим итте, үҙҙәрендә эскелеккә ҡаршы көрәш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Башҡортостандағы Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры, педагогика фәндәре докторы Ниля Белобородова иһә “Айыҡ ауыл” проектының Сәләмәтлек үҙәктәре һәм республика медицина колледждары эшмәкәрлеген берләштереүсе платформа булыуын билдәләне. Әйтеүенсә, уларҙың студенттары проектта әүҙем ҡатнаша, халыҡ араһында сәләмәтлекте һаҡлау йәһәтенән аңлатыу эштәре алып бара, ошо маҡсатта хатта төпкөл ауылдарға ла барып етә.

19 ауылда эскелек бөтөнләй юҡ

Семинар-кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә эксперттар эскелек проблемаһы, уны иҫкәртеү алымдары тураһында сығыш яһаны. Модераторҙар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсын ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

— Бөгөнгө семинарға дөйөм эшкә йәлеп ителгән кешеләр йыйылды: "Айыҡ ауыл" конкурсын ойоштороу комитеты ағзалары, ведомстволар, муниципалитеттар, шулай уҡ ил төбәктәре вәкилдәре. Республикабыҙ кимәлендә уртаҡ идеялар, тәжрибәләр, маҡсаттар берләштергән команда барлыҡҡа килеүе һөйөнөслө. Әлеге сарала Свердловск, Һамар өлкәләренән, Саха (Яҡут), Бүрәт республикаларынан, Мәскәү ҡалаһынан вәкилдәр ҙә ҡатнаша. Башҡортостанда "Айыҡ ауыл"ды ойоштороу, үткәреү тәжрибәһе — башҡа төбәктәр өсөн ҡыҙыҡлы, уникаль күренеш. Конкурстың ойоштороусылары, координаторҙары булараҡ, хеҙмәттәшлек өсөн һәр саҡ асыҡбыҙ, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙербеҙ. Беҙҙең "Айыҡ ауыл" проектының хәҙер етди норматив базаһы, аныҡ һөҙөмтәләре бар,  тине Эльвира Ринат ҡыҙы үҙ сығышында.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Йәмәғәт палатаһының Демография, ғаиләне, балаларҙы, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса комитеты рәйесе, “Ғилми-ижтимағи экспертиза институты” ойошмаһы генераль директоры Сергей Рыбальченко сығыш яһаны. “Айыҡ ауыл” проектының милли идеяға, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү сараһына әйләнеүен раҫлап, артабан сарала Асҡын районының Солтанбәк ауылында (республика конкурсының 2022 йылғы еңеүсеһе) төшөрөлгән видеопрезентация күрһәтелде. Был эш – бәйгенең тыуған ерҙе, асылыбыҙҙы һаҡлау, йәштәрҙә, балаларҙа сәләмәт йәшәүгә ынтылыш тыуҙырыу йәһәтенән ни ҡәҙәр әһәмиәтле икәненә ныҡлы дәлил.

Семинарҙың был өлөшөндә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Айыҡ Рәсәй” федераль проекты етәксеһе Бейсолтан Хамзаев ил төбәктәрендә эскелеккә ҡаршы көрәш тәжрибәһе өлгөләрен миҫал итеп күрһәтте, был эште федераль кимәлдә тағы ла киңәйтергә планлаштырыуҙарын әйтте. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты профессоры, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы Координация советы рәйесе урынбаҫары Виктория Аршинова ошо ойошманың халыҡта айыҡлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында алып барған эштәре хаҡында бәйән итте. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Айыҡ Башҡортостан” проекты координаторы Рөстәм Ишмөхәмәтов төбәгебеҙҙә алкоголь продукциялары әйләнешен ҡануни йәһәттән көйләү мәсьәләләре тураһында һөйләне.

Илдең башҡа төбәктәренән килгән вәкилдәр үҙҙәрендәге ҡыҙыҡлы тәжрибәләр менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Саха Республикаһы Йәмәғәт палатаһының социаль сәйәсәт, демография, ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Елена Колесникова әйтеүенсә, уларҙағы 31 райондағы 203 ауылда алкоголь һатыу закон нигеҙендә тулыһынса тыйылған. Был — дөйөм биләмәләрҙең 34,5 проценты. Айыҡ ауылдарҙа 108 590 кеше йәшәй, хәҙер уларҙың тормош хәле күпкә яҡшырған, ғүмер иткән төйәктәре лә үҫешә, заманса төҫ ала.

Бүрәт Республикаһындағы В.Р. Боянова исемендәге Йәмәғәт сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенең табип-наркологы, профилактологы Анна Нагаслаева, Һарытау өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Һарытау төбәк-ара айыҡлыҡ һәм һаулыҡ йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Наталья Королькова ла үҙ сығыштарында кешеләрҙе эскелектән арындырыу сараларының тотош ил именлеге өсөн ни тиклем мөһим икәнен билдәләне.

Анна Нагаслаева әйтеүенсә, Бүрәт Республикаһында әле “Халыҡтың һаулығын нығытыу” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Урындағы 23 муниципаль берекмәнең дә ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән программалары, саралар планы бар. Һәр ҡайһыһында йыл һайын бер биләмәлә алкоголь һатыу тулыһынса туҡтатылырға тейеш. Муниципаль программаларҙың белгестәре халыҡҡа “айыҡлыҡ биләмәһе” булдырыу йәһәтенән методик, хоҡуҡи, белешмә ярҙамы бирә. Мәҫәлән, Закаменский районындағы Утата, Далахай ауылдарында йәшәгәндәргә закон проекты, айыҡлыҡтың “юл картаһы”н төҙөргә булышлыҡ иткәндәр. Был биләмәләрҙә алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында ҡанун былтыр октябрҙә үҙ көсөнә ингән. Бөгөнгә мәғлүмәттәр буйынса, Бүрәт Республикаһындағы 19 ауылда эскелек бөтөнләй юҡ. Биләмәләрҙәге ошондай тәжрибә өлгөләре киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә даими яҡтыртыла, һөҙөмтәлә тотош төбәктә айыҡлыҡҡа ынтылыш арта бара.

Семинарҙа ҡатнашыусылар ошондай һөйләшеүҙәрҙе даими үткәрергә, һөҙөмтәле яңы алымдар менән уртаҡлашып торорға, берҙәм саралар ойошторорға килеште.

Артур СӨЛӘЙМӘНОВ, Рәсәй Ислам университеты ректоры:

– Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм, иҫерткес эсемлектәр – барлыҡ бәлә һәм бәхетһеҙлектәрҙең "әсәһе", тигән. Бының ысынлап та шулай икәненә ныҡлы инанғанбыҙ. Илебеҙ, республикабыҙ, халҡыбыҙ, өммәтебеҙ именлеге мәнфәғәтендә беҙ алкоголизмға ҡаршы бергәләп көрәшергә тейешбеҙ. Был – дини ойошмаларҙың, дәүләттең, йәмғиәттең уртаҡ бурысы.

Игорь БАЧИНИН, Урал дәүләт тау университетының теология кафедраһы мөдире, протоиерей:

– Беҙҙә, Екатеринбургта, 2015 йылдан тормошҡа ашырылған проект “Айыҡ ауыл” тип атала ине. Хәҙер иһә “Сәләмәт ауыл – айыҡлыҡ биләмәһе” тип үҙгәрттек. Маҡсатҡа ярашлы саралар даими уҙғарыла. Әммә беҙгә Башҡортостандағы кеүек юғарылыҡҡа етергә алыҫ әле. Шуға ла тәжрибә уртаҡлашырға, өйрәнергә килдек. Эскелеккә айырым-айырым түгел, ә бергәләп ҡаршы көрәшкәндә генә һөҙөмтә буласаҡ.

 

Автор:Дилбәр Ишморатова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: