Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
28 Сентябрь 2023, 12:00

Сәләмәт тормошто пропагандалап

Иртәгә, 29 сентябрҙә, Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнелә. Ошо уңайҙан “Айыҡ ауыл-2023”  республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханаһында фәһемле сара үтте.

Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап

Йөрәк көнө йыл һайын 29 сентябрҙә билдәләнә һәм халыҡты үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға өндәй. Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханасыһы Гөлфинә Исламова йыл да ошо мөһим көн уңайынан фәһемле сара ойоштора.

Урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре Ләйсән Рафиҡ ҡыҙы менән Зөбәржәт  Хәмзә ҡыҙы  китапханаға килеп, ауыл халҡы өсөн  лекция уҡый.

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә илтеүсе сәбәптәр,  был сирҙе киҫәтеү алымдары тураһында ентекле бәйән итәләр.

“Йыш ҡына стресс кисереү, депрессияға бирелеү һәм хафаланыуҙар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыҙары хәүефен ике тапҡыр арттыра.Стрестар булдырмаҫҡа тырышығыҙ һәм уларға бирешмәҫкә өйрәнегеҙ.

Тәмәке тартыу юғары ҡан баҫымына, холестерин күтәрелеүенә, миокардинфарктына, ишемик инсультҡа һәм атеросклерозға килтерә. Тын юлы һәм яман шеш ауырыуҙары барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра, ғүмерҙең уртаса 7 йәшкә тиклем ҡыҫҡарыуына алып килә.

Дөрөҫ туҡланмау ҙа төрлө ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була, улар иҫәбенә иң элек һимереү, юғары ҡан баҫымы, шәкәр диабеты, инфаркт миокард, инсульт һәм яман шеш ауырыуҙары инә.Күп осраҡта дөрөҫ туҡланмау күпләп артыҡ майлы һәм тиҙ эшкәртелеүсән углеводлы ризыҡтар, тоҙ ашауҙан, шулай уҡ рационда емеш-еләк, йәшелсәләр һәм балыҡтың әҙ булыуынан бәрәбәр. Артыҡ ауырлыҡ йыймаҫ өсөн файҙалы ризыҡтар менән туҡланыр кәрәк. Күберәк емеш-еләк һәм йәшелсәләр, артыҡ майлы булмаған һөт ризыҡтарына, балыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә физик яҡтан әүҙем булыу ҙур роль уйнай. Әгәр ҙә һеҙ көнөнә 3 километрҙан да кәм йәйәү йөрөйһөгөҙ икән, тимәк, һеҙҙең физик әүҙемлегегеҙ түбән.

Йәйәү атлау, велосипедта йөрөү, өҫтәл теннисы уйнау, йөҙөү һәм аҙнаһына 3 тапҡыр даими рәүештә 30 минутлыҡ күнекмәләр яһау һеҙҙе физик яҡтан нығытыр.

Ҡан баҫымының юғары булыуы инсульттың төп сәбәбе булып тора, аритмияға, миокард инфарктына, йөрәк, бөйөрҙәрҙең насар эшмәкәрлегенә һәм Альцгеймер ауырыуына килтерә. Шуға ла ҡан баҫымы юғары булғанда үҙ-үҙеңде контрольдә тотоу бик мөһим! Юғары ҡан баҫымын тулыһынса дауалап булмай, был ауырыу күҙәтелгәндә табип яҙған дарыуҙарҙы даими рәүештә эсеп барырға кәңәш ителә. Дарыуҙарҙы һәм ниндй күләмдә ҡулланыуҙы мотлаҡ табип ҡына тәғәйенләй ала, кардиолог булһа яҡшыраҡ.

Башҡа күп төрлө ауырыуҙар кеүек үк йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү яҡшыраҡ!”  — тип  үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булырға саҡырҙы медицина хеҙмәткәрҙәре.

“Сара аҙағында улар беҙҙең давлениены, сатурацияны үлсәп, һәр кемгә  сәләмәтлек торошон аңлатып, кәңәштәрен бирҙе.  Шулай уҡ грипп, ковидтан һаҡланыу саралары, вакцинация тураһында ла ентекле һөйләнеләр. Медицина хеҙмәткәрҙәренә халыҡ араһында шулай һәр ваҡыт аңлатыу һәм сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барыуҙары өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Әйткәндәй, сарала ауылдашыбыҙ Нәсихә Әхмәтйән ҡыҙы ла ҡатнашты. Ул теге йәки был сирҙән  массаж эшләү нескәлектәре, уның файҙаһы тураһында һөйләне”, — тине Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы.

“Айыҡ ауыл-2023” конкурсында ҡатнашыусы Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡы  артабан да  айыҡ, сәләмәт, әүҙем, иманлы тормошто пропагандалаусы   фәһемле саралар үткәрергә  планлаштырған. Уларға һәр башланғыстарында  уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

 

 

Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Сәләмәт тормошто пропагандалап
Читайте нас: