Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
27 Сентябрь 2023, 15:35

Үршиҙеләр айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы

Үршиҙе ауылында  шишмәне таҙартыу һәм ағас ултыртыу  буйынса өмәләр үтте. Айыҡ, сәләмәт, иманлы тормошто пропагандалау буйынса  ла төрлө саралар ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙа. Бөгөн Мәүлит байрамына ла үршиҙеләр   мәсет тултырып килә.

Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы

 

Үршиҙе ауылы халҡы  үҙҙәренең тырышлығы, уңғанлығы, әүҙемлеге һәм берҙәмлеге менән һоҡландырып тора.   Улар кемдәндер нимәлер көтөп ултырмай, йәки кемдер килеп эшләр,  тип өмөтләнмәй, ә  үҙҙәре  йыйылышып, һөйләшеп, кәңәшләшеп  эшләргә күнеккән.  

“Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында  ҡатнашырға  теләк белдереп, улар шунда уҡ ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ойоштороу комитетын һайлап,  бергәләп айыҡ, сәләмәт, иманлы тормошто пропагандалау буйынса эҙмә-эҙлекле эш планын төҙөйҙәр һәм  берҙәм эшкә тотоналар.

 Күптән түгел генә  мәсет  территорияһын һәм  Камил шишмәһе янындағы майҙанды таҙартыу буйынса өмә үткәрәләр. Берҙәм көс  менән сүп үләндәрен сабып, уны йыйып, әйләнә-тирәне таҙартып ҡуялар.  Әйткәндәй,  октябрь башында ошо шишмәне тантаналы асырға йыйыналар.

“Йәшел Башҡортостан”  республика  акцияһы сиктәрендә   үршиҙеләр мәсет территорияһына ҡарағат үҫентеләре ултыртты.

“Мәсетебеҙ әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә тартып тора. Уның территорияһында әлегә тиклем балан, миләш ағастары үҫә ине. Был юлы ҡарағаттар ултырттыҡ.  Бөгөн иһә   мәсетебеҙҙә Мәүлит байрамы уңайынан күркәм сара үткәрҙек. Халыҡ күпләп килде.  Бергәләп мәүлит әйтеп, вәғәздәр һөйләп,  сәләмәт, айыҡ тормош  алып барыу тураһында һөйләшеп, күңелдәребеҙҙе иман нурҙары менән байыттыҡ.    Уңған хужабикәләребеҙ  тәмле итеп бешеренеп алып килгән һый-хөрмәттән табын әҙерләп, бергәләп сәй эсеп,  уй-фекерҙәребеҙ менән бүлешеп,  ҙур ҡәнәғәтлек алып таралыштыҡ”, — тип һөйләне ауыл клубы методисы,  ауылда бар сараларҙы  ойоштороусы,  ауылға йән өрөп тороусы  “Гөлнәзирә” фольклор  ансамбле етәксеһе Альбина Насырова.

Бына шулай,  Үршиҙе ауылы халҡы  был конкурста ҡатнашыу өсөн бар көсөн, дәртен, ижади һәләттәрен һалып, сәләмәт , айыҡ тормошто пропагандалап йәшәй һәм эшләй.

Наилә Имаева.

 

Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр  айыҡ, сәләмәт тормош  яҡлы
Үршиҙеләр айыҡ, сәләмәт тормош яҡлы
Читайте нас: