Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
10 Декабрь 2022, 17:15

Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды

Тулыраҡ:

Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда Асҡын районы башҡорттары Кесе һәм Оло ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима  Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдинова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, уҡыусылар, ағинәйҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Динис Рәдис улы сығышында районыбыҙҙа башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын, тарихын өйрәнеү, һаҡлау һәм йәш быуынға тапшырыуҙа район башҡорттары ҡоролтайының эшен юғары баһаланы. Районда ниндәй генә ҙур саралар уҙһа ла, ҡоролтайҙың һәр саҡ ярҙам итеп, ҙур өлөш индереүен билдәләне. (Уның сығышын видеояҙманан ҡарай алаһығыҙ).

Район башҡорттары ҡоролтайының 2021-2022 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында уның рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова ентекле итеп һөйләне.

Артабан “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙы Ялалетдинова, Кесе ҡоролтай рәйесе, Ҡашҡа урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Салауат Хиләжетдинов, Ҡарткиҫәк мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Вилназ Ахунов, Солтанбәк мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динислам Суфиянов һәм ата-әсәләр исеменән “Күк сәскә “ балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлфирә Шәмселбаян ҡыҙы Әхмәтова бик йөкмәткеле итеп сығыш яһаны.

Иң әүҙем уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм уҡыусыларға Почет грамоталары тапшырылды.

Артабан яңы башҡарма комитет ағзалары һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе һайланды.Резолюция ҡабул ителде.

Ҡоролтай ултырышы уҡыусыларҙың шундай рухлы, илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған концерт программаһы менән тамамланды.

Наилә Имаева.

 

 

Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Асҡын районы башҡорттары ҡорға йыйылды
Читайте нас: