Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
1 Февраль 2022, 08:00

Ҡараяр ауылы – еңеүсе!

Ҡариҙел районында “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабына  йомғаҡ яһалды.

Ҡараяр ауылы – еңеүсе!
Ҡараяр ауылы – еңеүсе!


31 ғинуарҙа район хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсыың муниципаль этабына  йомғаҡ яһалды:
1-се урын – Ҡараяр ауылы;
2-се урын – Әртәкүл ауылы;
3-сө урынды Кирҙә һәм Ҡариҙел ауылдары бүлеште.
Урғыш, Подлуб, Байҡыбаш ауылдары конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Призерҙарға төрлө күләмдәге сертификаттар тапшырылды.
Шулай итеп, “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында Ҡараяр ауылы район данын яҡлаясаҡ. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин Ҡараяр ауыл Советы рәйесе Солтанова Рәйсә Тимерғәле ҡыҙын ихлас ҡотланы һәм конкурстың республика этабында ла уңыштар теләне.
- Былтыр Ҡараяр ауыл Советы ауыл биләмәһендә шаҡтай эштәр башҡарылды. Ҡараярҙа заманса талаптарға ярашлы яңы клуб сафҡа индерелде. Уны асыу тантанаһына Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров килде. Шулай уҡ Абдулла һәм Ҡараяр ауылы урамдарына асфальт түшәлде, ауыл биләмәһе янғын һүндереү техникаһы менән тулыланды. “Айыҡ ауыл” конкурсында ауыл халҡы үҙен талантлы, сәләмәт тормош алып барыусы итеп танытты. Ауыл күҙгә күренеп тик ыңғай яҡҡа ғына үҙгәрә бара: өйҙәр яңыра, урамдар төҙөкләндерелә. Ауыл халҡы айыҡ йәшәү теләге менән яна, спортты, халыҡ йолаларын һәм рухи ҡиммәттәрҙе алғы планға ҡуйған. Бер-береһенә ҡарап сәмле итеп, сағыу, күркәм итеп йәшәргә тырыша Ҡараяр халҡы, балалар үҫтерә, өйҙәр һала, кесе Ватандарын тағы ла матурыраҡ итеп күрергә теләй, -тип Айҙар Әнғәм улы еңеүсене тәбрикләне.
Муниципаль район Советы сәркәтибе Фәрит Фәтих улы Әйүпов “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабына йомғаҡ яһап, ауыл биләмәләренең әүҙем булыуҙарын белдерҙе.
- Райондың 11 тораҡ пунктында ошо конкурс сиктәрендә төрлө тематикалы 127 сара ойошторолдо, унда йәше-ҡарты йәлеп ителде. Уларҙың барыһы ла район гәзите биттәрендә яҡтыртылды, социаль селтәрҙәрҙә махсус хэштегтар аҫтында бирелә барҙы, -тине Фәрит Фәтих улы.

Гөлнара Солтанова.

Ҡараяр ауылы – еңеүсе!
Ҡараяр ауылы – еңеүсе!
Читайте нас: