Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
17 Декабрь 2021, 16:10

Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн

Өфөлә Ата-әсәләрҙең республика форумы һәм Башҡорт тарихы йылы йомғаҡтары буйынса  үткән тантаналы сарала “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе, Балтастан Гөлназ Ғәлләмова ла бүләкләнде

Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн
Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн

“Танып” ырыуы советы рәйесе, Балтас район Мәҙәниәт йортоноң “Гөрләүектәр” өлгөлө бейеү коллективы етәксеһе, гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе Гөлназ Әхтәм ҡыҙы Ғәлләмова Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашҡаны, башҡорт халҡы тарихын һәм тамырҙарын тергеҙеү һәм өйрәнеү йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

Гөлназ Әхтәм ҡыҙын ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ һәм киләсәктә лә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!

Илһөйәр Махатова.

Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн
Әүҙем эшмәкәрлеге өсөн
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: