Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
14 Май 2021, 11:54

Баш ҡалабыҙҙа беренсе “АРТ-Ҡоролтай” башланды

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ҙур мәҙәни форум – беренсе “АРТ-Ҡоролтай” башланды.

Бында байрамса кәйеф хөкөм һөрә, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе мөһим сараға матур өмөттәр бағлай.
Форумдың рәсми өлөшө башланыр алдынан төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне. Улар араһында “АРТ-Ҡоролтай: балалар+” балалар стратегик сессияһы булды. Унда балалар сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренән торған төркөм эшләне. Кескәйҙәр янында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла булып китте.
Әлеге мәлдә форумдың “Традицияларҙы һаҡлап, киләсәкте төҙөйбөҙ” тип аталған пленар ултырышы башланды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас: