Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
22 Апрель 2021, 14:09

Республикала йыл һайын Арт-Ҡоролтай уҙғарырға йыйыналар

Быйылдан башлап Башҡортостанда йыл һайын АРТ-Ҡоролтай мәҙәни форумы ойошторола башлай. Тейешле бойороҡҡа хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.

2021 йылда Арт-ҡоролтай 14 майҙа була. Маҡсаты – 2030 йылға тиклемге осорҙа Дәүләт мәҙәни сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Форумға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты төҙөлгән һәм уның составы раҫланған. Ойоштороу комитетын хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙранов етәкләй, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары – Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Ойоштороу комитетына 2021 йылдың 26 апреленә тиклем форумды уҙғарыу планын әҙерләү бурысы йөкмәтелгән.
Республиканың башҡарма власть органдары урындағы үҙидара органдарына ойоштороу комитетына форумды үткәреүҙә булышлыҡ итергә кәңәш бирҙе. Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдарына муниципаль мәҙәниәт ойошмаларының форумда ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушылды.
Форум бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә башҡарыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: